Шишмә. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *



Шишмә
Тамсыларын сәсеп осҡон кеүек,
Һандуғасты ташта бейеткән
Шишмә аға гөрләп ҡаяларҙан -
Гәлсәр толом һуҙып бейектән.
Ғорур башын эйеп мышы һыулай,
Йомшаҡ баҫып төлкө юрғалай,
Юлаусылар һыуһын ҡандыралар,
Көн битендә йылан юрмалай.
Табылырмы кейек был урманда
Йомарт шишмә һыуын йотмаған,
Яман-яҡшы берҙәй эҙләп килә,
Һис кем дә юҡ иҫтә тотмаған.
Һыйы ла шул ябай һыу ғына ла,
Алтын кәсә түгел йырҙаһы.
Һәр аяҡты әммә йырлап һона,
Тарһыныуһыҙ, ихлас йырҙары.
Һис кемдән дә бер ни һорамай ул,
Бүлеп бирә бары үҙ йәнен
...Бәндә лә шул - кемдер үҙен йүнләй,
Кемдер йәшәй бәпләп ил ғәмен.
Гүзәл Ситдиҡова


2012